Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Октябрь 2022, 10:30

Балалар поликлиникаһы яңырыу кисерә

Кескәй пациенттар һәм ата-әсәләр өсөн уңайлы көтөү һәм уйын залдары йыһазландырылған.

Балалар поликлиникаһы яңырыу кисерә
Балалар поликлиникаһы яңырыу кисерә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") “Тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүсе медицина ойошмаһының яңы моделе” проектына ярашлы, поликлиникалар эшен яҡшыртыуға, медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға йүнәлтелгән.

– Беҙҙең балалар поликлиникаһы проект башланғандан алып ҡатнаша, был осорҙа эште камиллаштырыу, кескәй пациенттар һәм уларҙың ата-әсәһе өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу буйынса ҙур эш башҡарылды, – ти баш табип Диләрә Шаһиева. Ул һаулыҡ һаҡлауҙа һаҡсыл етештереү принциптарына поликлиниканың илле хеҙмәткәре уҡытылғанын билдәләне.

“Яңы поликлиника” түбәндәге күрһәткестәргә эйә: бында сәләмәт бала көндәре үткәрелә, ике сәғәт эсендә медицина тикшеренеүен тулыһынса үтергә мөмкин. Кескәй пациенттар һәм ата-әсәләр өсөн уңайлы көтөү, уйын залдары йыһазландырылған, навигация, мәғлүмәт биреү системаһы эшләй. Табиптарға алдан яҙылыу мөмкинлеге һәр яҡ өсөн дә ҡулайлы.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: