Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Октябрь 2022, 13:00

Иҫке Исайға яңы һулыш биреп

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты хеҙмәткәрҙәре ағас ултыртты.

Иҫке Исайға яңы һулыш биреп
Иҫке Исайға яңы һулыш биреп

Кисә Нуриман районының Иҫке Исай ауылы эргәһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты хеҙмәткәрҙәре, бер төркөм әүҙемселәр “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы ағас ултыртты.

Сараны Нуриман урман хужалығы ойошторҙо. Унда шулай уҡ Нуриман урмансылығы, “Башнефть” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

“Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы йыл һайын үткәрелә, уның төп маҡсаты – ил урмандарын һаҡлау һәм тергеҙеү. Тәүге тапҡыр был сара 2019 йылда үткәрелде һәм ошо осор эсендә 150 миллиондан ашыу төп ағас ултыртылған. Экологик акция илдең төп урман проектына әүерелде.

Ул “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урманды һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә үткәрелә.

Ойоштороусылары –  “Иҫтәлек баҡсаһы” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы, Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Урман хужалығының федераль агентлығы, “Урман ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы. Проект Президент гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Нуриман районында иһә өс гектар самаһы майҙанда 12 меңгә яҡын ағас ултыртылған. Тимәк, тиҙҙән бында урман шаулаясаҡ!

Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: