

Башҡортостандың 14 предприятиеһы тауарҙы экспортҡа сығарғандағы юл сығымдарының, шул иҫәптән экспорт контракттарын боҙған өсөн һалынған штрафтарҙың бер өлөшөн ҡаплау маҡсатында республика бюджетынан 50 миллион һум күләмендә субсидия алды. Ошо хаҡта тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.
– 29 августан 29 сентябргә тиклем республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм экспорт эшмәкәрлеге министрлығы Башҡортостан предприятиеларының 32 ғаризаһын ҡараны. Уларҙың 14-енә субсидия биреү хупланды, – тип белдерҙе Маргарита Болычева.
Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, предприятиеларға 2022 йылдың 1 ғинуарынан тауар ташыуға бәйле сығымдар ҡайтарылған.
Финанс саралар алғандар араһында химия, урман тармағы, аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм төҙөлөш материалдары етештеүселәр бар. Был ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан