Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Октябрь 2022, 10:00

Дуҫтар менән осрашыу урыны ла

Өлкәндәр һәм балалар өсөн ҡыҙыҡлы “Дженга”, “Мемо”, “Монополия Рәсәй”, “Мафия. Бөтә ғаилә йыйылғанда”, “Воображарий”, “Имаджинариум” уйындары, башватҡыстар, шашкалар һәм башҡалар бар.

Дуҫтар менән осрашыу урыны ла
Дуҫтар менән осрашыу урыны ла

Стәрлетамаҡ районының Наумовка модель китапханаһының “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә булдырылған ғаилә ҡунаҡханаһында өҫтәл уйындары зонаһы ойошторолдо.

Өҫтәл уйындары – ул эрудицияны үҫтереү, һүҙлек запасын тулыландырыу, логик фекерләүҙе яҡшыртыуҙың шәп ысулы. Иң мөһиме, өҫтәл уйындары – ул йәнле аралашыу. Өлкәндәр һәм балалар өсөн ҡыҙыҡлы “Дженга”, “Мемо”, “Монополия Рәсәй”, “Мафия. Бөтә ғаилә йыйылғанда”, “Воображарий”, “Имаджинариум”, башватҡыстар, шашкалар һәм башҡалар бар.

Балалар ҙур теләк менән өҫтәл уйындарын уйнай, һәр кем үҙенең эрудицияһы һәм белемен күрһәтә ала, улар күңел асып ҡына ҡалмай, ә танып белеү һәләтен, иғтибарлылыҡты, күҙәтеүсәнлекте үҫтерә, хәтерҙәрен күнектерә. Бында килеүселәр араһында өҫтәл футболы, бильярд, теннис, аэрохоккей, кегли һәм башҡалар ҙур уңыш менән файҙалана.

Ял көндәрендә, балалары менән ғаиләләр, олатай-өләсәйҙәр һәм ейән-ейәнсәрҙәр килгән саҡта, китапханала бигерәк тә күп кеше йыйыла. Улар бер-береһе менән етеҙлектә һәм тиҙлектә, эрудицияла ярыша ала.  Өҫтәл уйындары ғаиләне берләштерә.

“Китапхана дуҫтарым менән осрашыу урынына әүерелде. Миңә бында ваҡыт үткәреү оҡшай. Бик күп ҡыҙыҡлы китаптар һәм өҫтәл уйындары тупланған. Беҙ күңел асабыҙ, аралашабыҙ, бик күп ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәттәр алабыҙ”, – тип үҙ фекере менән уртаҡлашты тармаҡ-ара колледж студенты Михаил Портнов.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/323630

Фото: Стәрлетамаҡ районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: