Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Октябрь 2022, 09:30

Волга буйы федераль округында беренсебеҙ

Бындай мәғлүмәттәр “Росстат” тарафынан әҙерләнгән “2022 йылдың ғинуар – авгусында Рәсәйҙең социаль-иҡтисади хәле” тип исемләнгән статистика йыйынтығында бирелгән.

Волга буйы федераль округында беренсебеҙ
Волга буйы федераль округында беренсебеҙ

Быйыл ғинуар – август айҙарында Башҡортостанда 21021 сабый донъяға килгән. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе урынды яуланы. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Икенсе урында - Татарстан (20864 кеше), өсөнсөлә – Һамар өлкәһе (14341 кеше).  Тыуым буйынса иң түбән күрһәткес иһә Мари илендә теркәлгән (2710 кеше).  Бындай мәғлүмәттәр “Росстат” тарафынан әҙерләнгән “2022 йылдың ғинуар – авгусында Рәсәйҙең социаль-иҡтисади хәле” тип исемләнгән татистика йыйынтығында бирелгән.

Параллель рәүештә халыҡтың тәбиғи кәмеүе күҙәтелгән – 2021 йылда 8334 кеше булһа, быйыл – 10650 кеше. Халыҡтың кәмеүе, Чукотка, Ненец автономиялы округтары, Төмән өлкәһенән, Дағстан, Ингушетия, Ҡабарҙа-Балҡар республикаларынан тыш, илдең күп кенә төбәктәрендә теркәлгән.

Быға тиклем “Башинформ” 2021 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында халыҡ иҫәбе буйынса етенсе урынды биләй тип хәбәр иткәйне.

Фото: vishop.by

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: