Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Октябрь 2022, 13:45

Эндоскопия бүлексәһенә – ярты быуат

Ювелирҙарса теүәллек талап ителгән хеҙмәт был – табиптар эндоскоп ярҙамында 57 йәшлек ҡатындың эсәклегендәге ике сантиметрлыҡ шеште алып ташланы...

Эндоскопия бүлексәһенә – ярты быуат
Эндоскопия бүлексәһенә – ярты быуат

Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының эндоскопия бүлексәһенә  илле йыл тулыу айҡанлы ғилми-ғәмәли конференция үтте.

Бөгөн эндоскопия бүлексәһе  ҙур үҫеш  юлында. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” программаһына ярашлы, өс йыл эсендә 240 пациентта полип осраҡтары асыҡланған һәм шештәр алып ташланған. Дауахананың баш табибы Морат Авзалов әйтеүенсә, “был хеҙмәт бер нисә профилгә ярҙам итә. Был онкология, гастрохирургия, терапия”. Һуңғы йылда республикала эндоскопия ярҙамы күләме ике тапҡыр артҡан.

... Табиптар хирургия мониторына текәлгән. Ювелирҙарса теүәллек талап ителгән хеҙмәт был – табиптар эндоскоп ярҙамында 57 йәшлек ҡатындың эсәклегендәге ике сантиметрлыҡ шеште алып ташланы. Әмәлиәт аҙ тишемле, тимәк, өҙлөгөүҙәр аҙ буласаҡ. Бындай операцияны Японияла 2000 йылдарҙа уҡ эшләй башлағандар, ә республикала ул  тәүге тапҡыр былтыр апрель айында  эшләнде. Илле йыл эсендә күпме ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыуҙарын табиптар үҙҙәре лә әйтә алмай. Хеҙмәттең юбилейы айҡанлы, конференцияла  табиптарға рәхмәт һүҙҙәре белдерелде һәм  Почет грамоталары тапшырылды.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен ( 100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән,   пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: