Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Октябрь 2022, 11:30

Республика көнөнә ҙур бүләк яһалды

Был мәҙәниәт йортонда тик ҡыуаныслы ваҡиғалар ғына булһын! 

Республика көнөнә ҙур бүләк яһалды
Республика көнөнә ҙур бүләк яһалды

Ҡыйғы районының Ибрай ауылында ауыл мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт тамамланған. Кисә учреждениены техник асыу булды. Эштәрҙе ҡабул итергә һәм ауыл халҡын ҡотларға мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов барған.

Учреждение илебеҙ Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылған “Мәҙәниәт” милли проектын (национальный проект "Культура") ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә яңыртылған. Был ваҡиға Ибрай ауылы халҡы өсөн Республика көнөнә ҙур бүләк булды.

Капиталь ремонт сиктәрендә бинаның тышҡы яғы яңыртылған, эргә-тирәләге биләмә төҙөкләндерелгән, ҡыйығы, тәҙрә һәм ишектәр, инженер коммуникациялары алмаштырылған, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү системаһы яңыртылған, санузелдар йыһазландырылған, электр монтажлау һәм яҡтыртыу эштәре башҡарылған. Шулай уҡ бинаның эсе лә, шул иҫәптән тамаша залы, комплекслы ремонтланған.

Ауыл халҡын мөһим ваҡиға менән район хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко, ауыл биләмәһе башлығы Юрик Муликов һәм башҡалар ҡотлаған.

Шуныһы ҡыуаныслы, быйыл Ибрай ауыл мәҙәниәт йорто "Кесе Ватан мәҙәниәте" йүнәлеше буйынса субсидиялар биреүгә грант еңеүсеһе булған. Учреждение өсөн кәрәкле мебель һәм техника һатып алынасаҡ.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/325846

Фото: Ҡыйғы районы хакимиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: