Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Октябрь 2022, 10:30

Сәләмәтлеккә табан 10000 аҙым

Учалыла акцияла икенән алып 70 йәшкә тиклемгеләр ҡатнашты. 

Сәләмәтлеккә табан 10000 аҙым
Сәләмәтлеккә табан 10000 аҙым

Октябрь башында Учалы ҡалаһының саңғы-роллер трассаһында “Демография” милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" төбәк проекты сиктәрендә 2-70 йәштәрҙәге 380 ҡатнашыусы Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө сиктәрендә барған “Тормошҡа 10000 аҙым” акцияһына ҡушылды.

Ҡала һәм район ойошмалары һәм предприятиелары, мәктәптәре һәм балалар баҡсалары коллективтары – барыһы ла акцияла ҡатнашты һәм көҙгө урман буйлап үтте. Акцияның төп маҡсаты үҙгәрешһеҙ ҡала: ул сәләмәтлекте һәм физик форманы тотоу өсөн - идеаль, физик әүҙемлектең тәбиғи һәм асыҡ төрө булараҡ йөрөүҙе популярлаштырыу.

Акция башланыр алдынан спорт аэробикаһы тәрбиәләнеүселәре бөтә ҡатнашыусыларҙың да күңелдәрен күтәреп, матур сығыш күрһәтте. Шулай уҡ спорт тураһында ҡыҙыҡлы һорауҙар менән викторина үткәрелде, ә бүләктәрҙең бағыусыһы – “Берҙәм Рәсәй” партияһы. Шулай уҡ “Ижад һарайы” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһынан балалар өсөн күңелле старттар ойошторолдо. Артабан барлыҡ ҡатнашыусыларға дөйөм старт бирелде.

Йәйәү йөрөү физик әүҙемлектең иң ябай төрҙәренең береһе һәм төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү сараһы булып тора. Бында оло быуын вәкилдәренең дә, йәштәрҙең дә йыйылыуы бик шәп. Акция йыл һайын уҙғарыла, ул төбәктә генә түгел, тотош илдә йәшәүселәрҙе берләштерә.

Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/325423

Фото: Учалы районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: