

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт юстиция комитетының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, Сибай ҡалаһында йыл башынан 500-сө бала донъяға килгән. Кисә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә ошо турала акт теркәлде. Ул – Давид (Дауыт) Мөхәмәтйәнов. 27 сентябрҙә донъяға килгән сабый - Альбина һәм Тимур Мөхәмәтйәновтарҙың өсөнсө балаһы. Кескәй ҡустыларының тиҙерәк өйгә ҡайтыуын туғыҙ йәшлек Асҡар ағаһы һәм дүрт йәшлек Эмма апайы түҙемһеҙләнеп көткән.
- Беренсе УЗИ-ла уҡ тағы бер улыбыҙ тыуасағын белдек. Кем булһа ла, имен-һау, ағзалары теүәл, аҡылы камил бала тыуыуын теләнек. Өлкән улыбыҙға исемде өләсәһе ҡушһа, ҡыҙыбыҙға ла, бәләкәс улыбыҙға ла исемде ирем менән икәүләшеп һайланыҡ. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаровҡа - бүләге, ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәренә иғтибар өсөн ҙур рәхмәт! - ти күп балалы әсә Альбина Усман ҡыҙы.
”Демография” (национальный проект "Демография") милли проектына ярашлы, илебеҙҙә тыуымды арттырыу, сабыйҙар һаулығын хәстәрләү буйынса ҙур эштәр башҡарыла. Владимир Путиндың Мөрәжәғәтнамәһендә ғаиләләргә социаль ярҙам буйынса мөһим саралар ҡабул ителеүе хаҡында ла хәбәрҙарбыҙ.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге.