

Башҡортостандың баш ҡалаһында төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға яҡынлаша. Юл төҙөлөшө миҙгеле аҙағына Өфөлә яҡынса 27 километр оҙонлоҡтағы 24 урам-юл селтәре объекты норматив хәлгә килтереләсәк, шул иҫәптән 17 участка – “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса, етеһе Башҡортостан Республикаһының автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу, ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау буйынса территориаль заказы буйынса ремонтланасаҡ.
Эш барышында юлсылар йәйәүлеләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Атап әйткәндә, һәр объектта иҫке тротуарҙар яңыртыла, ә улар булмаған ерҙә яңыларын урынлаштыралар.
– Ағымдағы йылда урамдарҙы ремонтлау һәм капиталь ремонтлау күләме ярайһы уҡ ҙур. Йөрөү юлдарын ғына түгел, тротуарҙарҙы ла яңыртабыҙ. Миҙгел аҙағына ремонтланған тротуарҙарҙың дөйөм майҙаны 48 мең квадрат метр тәшкил итәсәк, уларҙың милли проект буйынса – 40 меңдән ашыу, террзаказ буйынса һигеҙ мең самаһы ремонтланасаҡ, – тине Өфө хакимиәтенең Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Илшат Фәхретдинов.
Башҡарылған эш һөҙөмтәләрен өфөләр үҙҙәре лә баһалап өлгөрҙө. Мәҫәлән, Ибраһимов бульвары буйлап, ”Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса ремонт үткәрелгәс, сквер дауамында тротуар яңыртылды. Тротуарҙың киңлеге урыны менән өс-дүрт метр тәшкил итә. Бынан тыш, бульварҙа “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы һәм капиталь ремонт сиктәрендә бейек ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртылған.
Заказсы вәкиле фекеренсә, урам-юл селтәрен ремонтлау сроктары теүәл башҡарыла. Ремонт эштәрен контрактта күрһәтелгән ваҡытта тамамлау планлаштырыла. 2022 йылдың 30 сентябренә ҡарата “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса тротуарҙар ремонтлау 98 процентҡа үтәлгән, ә террзаказ буйынса – 95 процент.
Билдәле булыуынса, “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/326096
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.