Милли проекттар
7 Октябрь 2022, 17:15

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!

Ирек Сәғитов Талбазыла спорт майҙансығын асты һәм спорт ҡорамалдарын үҙе һынап ҡараны.

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!
Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!

Бөгөн Ауырғазы районы үҙәге Талбазы ауылында “Демография” милли проекты һәм “Спорт – тормош нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы майҙансығы асылды.

Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов һәм район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов ҡатнашты.

“Район халҡы спорт менән шөғөлләнһен өсөн бында ныҡлы база булдырылған, егерменән ашыу спорт ҡорамалы урынлаштырылған. Урыны ла яҡшы – тәбиғәт янында. Бөгөн хатта ҡайһы бер ҡорамалдарҙа үҙем шөғөлләнеп ҡараным”, - тип белдерҙе Ирек Сәғитов.

Әйткәндәй, йыл аҙағына тиклем республикала ошондай уҡ алты спорт майҙансығы асыу планлаштырыла. Ә Өфө һәм Стәрлетамаҡта “аҡыллы” спорт майҙансыҡтары ла барлыҡҡа киләсәк.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!
Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!
Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!
Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас