

Нефтекама ҡала дауаханаһы табиптары республика кардиология диспансеры белгестәре менән берлектә ауыр йөрәк-ҡан тамырҙары патологияһы менән мөрәжәғәт иткән пациенттың ғүмерен ҡотҡарған.
Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының баш табибы Морат Авзалов был хаҡта социаль селтәрҙә яҙған. Пациент неврология бүлексәһенә көслө баш ауыртыуына, баш әйләнеүенә, хәрәкәт боҙолоуына зарланып килгән. Ауырыу тарихында башҡа ауырыуҙар ҙа күрһәтелгән: баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолоуы, церебраль артериялар атеросклерозы, аорта-коронар шунтлау менән киҫкен миокард инфаркты. Диагностика барышында табиптар сирҙең сәбәбен асыҡлағандар. Артериаль системаға тире аша бәләкәй баллонлы нәҙек катетер индереп тамырҙарҙы киңәйтә алғандар. Аҙаҡ ангиопластиканан һуң тамырҙар яңынан тараймаһын өсөн артерияға махсус ҡорамал ҡуялар.
Баш табиптың әйтеүенсә, инсульт хәүефен башҡаса булдырмау өсөн операция өр-яңы ангиография ҡорамалында яһалған.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Морат Авзалов фотоһы.