

Һәр подолог, медицина белеме булмаһа ла, подология – тәү сиратта, эстетик медицина тип әйтер. Ул аяҡтарҙың матурлығына ғына түгел, байтаҡ аяҡ ауырыуҙарын иҫкәртеүгә һәм дауалауға ла нигеҙләнгән. Тимәк, салон педикюры – матурлыҡ, ә подологик педикюр – һаулыҡ тураһында. Был педикюрҙы белгес клиенттың теләгенә ҡарап ҡына түгел, ә аяҡ физиологияһынан сығып эшләй.
Дүртөйлө районы хакимиәтендә аҙна һайын “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә йәш бизнес-леди тап ошо хаҡта һөйләгән. Ул “Изгелек” берекмәһенең ойоштороусыһы булып тора, улар ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә, ҡазаға тарығандарға, Иҫке Байыш интернаты тәрбиәләнеүселәренә ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтә.
– Тәжрибә туплап, аҡса эшләргә генә түгел, ә аяҡ һәм табан проблемаларын дауалай алмаған кешеләргә ярҙам итергә теләйем. Яңы социаль проектымды “Сәләмәт табандар” тип атаным, – тине эшҡыуар.
Был изге эш өсөн эшҡыуарға махсус күсмә ҡорамал кәрәк. Хакимиәт башлығы урынбаҫары Гөлнара Кашаева финанс ярҙам саралары буйынса кәңәштәр бирҙе.
Әгәр һеҙҙең дә бизнесты үҫтереү буйынса ҡыҙыҡлы идеяғыҙ бар икән, Дүртөйлө районы хакимиәте “Дүртөйлө районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү” муниципаль программаһы сараларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә конкурсҡа заявка бирергә өлгөрәһегеҙ тип иҫкәртә. Документтарҙы 10 октябргә тиклем бирергә мөмкин.
Тулыраҡ мәғлүмәтте 8(34787) 2-26-89, 2-19-48 телефондары буйынса, шулай уҡ Дүртөйлө районы хакимиәтенең иҡтисад секторында алырға мөмкин. Адресы: Чеверев урамы, 41, 9-сы бүлмә.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/326995
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.