Милли проекттар
8 Октябрь 2022, 05:30

Был йүнәлеш яңы мөмкинлектәр тыуҙыра

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә республикала “Эффективность.рф” ресурсы эшкә ҡушылды.

Был йүнәлеш яңы мөмкинлектәр тыуҙыраБыл йүнәлеш яңы мөмкинлектәр тыуҙыра
Был йүнәлеш яңы мөмкинлектәр тыуҙыра

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) сиктәрендә республикала “Эффективность.рф” ресурсы эшкә ҡушылды.

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығында аңлатыуҙарынса, был платформа эшҡыуарҙарға ҡиммәтле хаҡ һораған белгестәрҙе йәлеп итмәйенсә һәм үҙҙәрендә иҫәпләү ҡеүәттәре булдырмайынса ғына предприятиены һанлаштырыу процесын башлау мөмкинлеген бирә. Ә был иһә, үҙ сиратында, оҙайлы процестарҙы автоматлаштырыу, етештереүгә контролде көсәйтеү һәм компанияның эшен тотороҡло итеү форсаты тыуҙыра.

Платформала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” үлсәмдәре буйынса эшләгән предприятиелар ҡатнаша ала. Ошо сайтта предприятиены бушлай диагностикаларға, эксперттар менән кәңәшләшергә мөмкин. Эсперттар шулай уҡ етештереү ҡорамалдарына заказ бирергә, финанслашыуҙа, субсидия һәм грант алыуҙа ла ярҙам итә.

250 предприятие был платформаны ҡулланырға әҙер, 2024 йыл аҙағына ундай компаниялар һаны дүрт меңгә етергә тейеш.

Фото: БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы сайтынан.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас