Милли проекттар
8 Октябрь 2022, 07:30

Яңауылда төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Район үҙәгендә Азин урамы яңыртыла.

Яңауылда төҙөкләндереү эштәре дауам итәЯңауылда төҙөкләндереү эштәре дауам итә
Яңауылда төҙөкләндереү эштәре дауам итә

Был эш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) сиктәрендә башҡарыла. Төҙөүселәр китапхана ишеге алдына таш плитәләр түшәне, металл каркастан күп функциялы павильон булдырҙы. Эске яҡтан буккроссинг һәм ҙур булмаған сәхнә эшләнеләр. Павильон алдындағы майҙансыҡта күсерелмәле йыһаз ҡуйылған. Китапхана ихатаһына хәҙер Ломоносов урамы яғынан өҫтәмә инеү ҡапҡаһы бар.

Сәнғәт мәктәбе эргәһендә лә байтаҡ эш башҡарылды: майҙансыҡ таҙартылды, юлдар эшләнде, ҡырсынташ түшәлде, бордюрҙар урынлаштырылды. Дизайнерҙар уйлағанса, ошо мәктәп эргәһендәге плэнер майҙаны урындағы халыҡ өсөн йәйәү йөрөү зонаһы ла буласаҡ.

Фото: bashinform.ru.

  #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас