

Миәкә районы үҙәгенең Мәктәп урамындағы был күп фатирлы торлаҡ йорт “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) сиктәрендә файҙаланыуға тапшырылды.
“Миәкә районының тағы ла 25 ғаиләһенән 74 кеше яңы фатирҙарҙа йәшәү мөмкинлеген алды. Район быйыл 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата авариялы тип танылған йорттарҙа йәшәгәндәрҙе яңы торлаҡҡа күсереү буйынса сараларҙы ваҡытынан алда тамамлай”, – тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.
Миәкә район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов белдереүенсә, яңы биҫтәлә барлыҡ инфраструктура ла эшләнгән: асфальт юл, 120 урынлыҡ балалар баҡсаһы, кибеттәр, тиҙҙән 80 урынлыҡ башланғыс мәктәп төҙөү планлаштырыла.
“30 йылдан ашыу Комаров урамындағы иҫке йортта йәшәнек, шул осорҙа ике баланы үҫтерҙек, ейәндәр ҙә үҫеп килә. Тәүҙә уңайлыҡтар бөтөнләй юҡ ине, артабан ауыл санузел төҙөргә ярҙам итте. Стена, түшәм, иҙән яраҡһыҙ хәлгә килде. Яңы фатирҙарҙа уңайлы тормош өсөн бөтә шарттар бар. Беҙгә шатланып йәшәргә генә ҡала”, – ти яңы йортҡа күсенгән Гөлсимә Ҡәнзәфәрова.
Был милли проект сиктәрендә Миәкә районында авария хәлендәге ике йорттан халыҡты күсереү планлаштырылған.
Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы сайтынан.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан