

Оҙонлоғо биш километр булған был юлды ремонтлау “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) сиктәрендә башҡарылды.
Бында юлдың иҫке япмаһы алынды, өҫтөнә ике ҡат үтә ныҡлы һәм оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән ҡырсынташ-мастика асфальбетоны түшәлде. Асфальтбетон ҡатнашмаһы һауа торошоноң үҙенсәлектәрен һәм юл хәрәкәтенең көслө булыуын иҫәпкә ала.
Дөйөм алғанда 77 миллион һумға төшкән был эш планда ҡаралған ваҡыттан алдараҡ үтәлде.
Фото: БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы сайтынан.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан