

Рәсәй Президенты В.В.Путиндың 2018 йылдың майындағы указына ярашлы барлыҡҡа килгән күп милли проекттар араһындағы «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» тигәне илдәге ауыл һәм ҡалалар йөҙөн заманса үҙгәртеү, төҙөкләндереүгә ҙур мөмкинлектәр аса. Башҡортостанда ла проект булышлығында күп эштәр атҡарыла. Әйтәйек, әле Яңауыл ҡалаһында «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының (национальный проект «Жильё и городская среда») «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Азин урамы һәм уның эргәһендәге биләмәләрҙе төҙөкләндереү эштәре алып барыла, бында Үҙәк район китапханаһы һәм Балалар художество мәктәбенең тирә-яғы ла инә.
Ҡала халҡы хәҙерҙән төҙөкләндерелгән объекттарҙың тышҡы ҡиәфәте үҙгәреүен күрә ала. Әйтәйек, китапхананың төп инеү яғы һәм йәйәүлеләр өсөн майҙандарына таш түшәлгән, эргәлә күп функциялы павильон барлыҡҡа килгән. Эсендә китап ҡалдырыр өсөн кәштә, бәләкәй генә сәхнә ҡуйылған. Павильон алдындағы майҙанға күсмә йыһаз ҡуйылған. Китапхананың уңайлы ихатаһында Ломоносов урамы яғынан өҫтәмә инеү урыны эшләнгән. Быларҙың барыһы ла тирә-яҡҡа йәм өҫтәп тора.
Сәнғәт мәктәбенең скверында ла ярайһы эштәр башҡарылған. Артабан уны төрлө скульптура, композициялар һәм кескәй архитектур формалар менән биҙәү күҙ уңында тотола. Проектлаусылар фекере буйынса, сәнғәт мәктәбе тирәһе уңайлы ижади майҙансыҡҡа әйләнәсәк.
Бынан тыш, Азин урамы яғынан күршеләш булған биләмәлә күркәмләндереү эштәре башланып тора.
Проектҡа ярашлы шулай уҡ биләмәләргә үҫентеләр ултыртыу ҡаралған, яҡтыртҡыстар һәм видеокүҙәтеү ҙә ҡуйылырға тейеш.
«Заманса инфраструктура бында асыҡ мәҙәни-мәғрифәти саралар үткәрергә мөмкинлек бирер», – ти Яңауыл район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Ғилмиев.
Мәғлүмәт, фото: Яңауыл район хакимиәте сайтынан.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан