

Ишембай үҙәк район дауаханаһы хирургтары сираттағы ҡатмарлы лапароскопик холецистэктомия әмәлиәтен уңышлы атҡарҙы. Үт ҡыуығы таштар менән тулған, ҡайһы берҙәренең ҙурлығы 30 миллиметрға еткән. Операциянан һуң пациент үҙен яҡшы тоя, оҙаҡламай йортона ҡайтырға әҙерләнә.
– Бындай әмәлиәттәр 20 йыл элек фантастикаға тиң ине, ә хәҙер ул медицинаның бөтә йүнәлештәрендә тиерлек киң ҡулланыла. Яңы ғына “аҙ тишемле хирургия” тигән төшөнсәне ауырыуҙарға аңлатырға кәрәк ине. Хәҙер күптәр был хаҡта хәбәрҙар, – ти дауахананың баш табибы Алик Янышев.
Эндоскопик хирургия – махсус инструмент ҡулланылған оператив техника төрө. Эндоскопик операция яһағанда әмәлиәт үткәреләсәк ағза йәки ҡорһаҡ ятҡылығына махсус инструменттар – манипуляторҙар индерелә. Уны индереү өсөн ҙур киҫем талап ителмәй, сөнки лапароскоп – видеокамералы оптик инструмент. Шуға күрә операциянан һуң яра тиҙ төҙәлә, тирелә йөйҙәр ҡалмай. Төп өҫтөнлөгө – реабилитация осоро ҡыҫҡара, ҡан аҙ юғалтыла, ауыртыуҙар йонсотмай тиерлек.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.