

Ҡыйғы районының Ибрай ауылында ауыл мәҙәниәт йортон капиталь ремонтлау эштәре тамамланған. Ошо көндәрҙә учреждениены техник асыу тантанаһы үткән.
Бинаны яңыртыу "Мәҙәниәт" милли проектының (национальный проект "Культура") "Мәҙәни мөхит" федераль проектына ярашлы үткәрелгән.
Ибрайҙа 500-гә яҡын кеше йәшәй. Ике ҡатлы клуб бинаһы 1981 йылда уҡ төҙөлгән булған.
Капиталь ремонт барышында бинаның тышы яңыртылған, йәнәшәләге биләмә төҙөкләндерелгән, ҡыйығы, тәҙрә һәм ишек уйымдары инженер коммуникациялары алмаштырылған, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү системаһы яңыртылған, электр һәм яҡтыртыу эштәре башҡарылған, бүлмәләре рәткә килтерелгән, тамаша залының эске биҙәлешенә, сәхнә, түңәрәк эштәре барған кабинеттарға һәм китапханаға айырым иғтибар бүленгән.
Яңыртылған Мәҙәниәт йорто Республика көнөнә Ибрай ауылы халҡы өсөн ысын бүләк булған. Ул яҡын-тирәләге ауылдар халҡы өсөн дә яҡшы ял урынына әйләнәсәк.
Мәғлүмәт, фото: kulturarb.ru/ru/news/
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан