

«Мәҙәниәт» милли проектының (национальный проект «Культура») «Һанлы мәҙәниәт» федераль проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы тулыландырылған ысынбарлыҡ технологияларын ҡулланып, интерактив гидтар булдырыу платформаһын төҙөнө. Ул "Артефакт" тип атала. Платформа экспозициялар һәм күргәҙмә проекттарын ҡарағанда, ысынбарлыҡтың көсәйтелгән технологияһын ҡулланып, эштәр тураһында тулы мәғлүмәт алырға ярҙам итә.
Ошо йылдың сентябрендә Салауат тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы был һанлы платформала ҡатнаша башлаған (әлеге ваҡытта "Артефакт" менән бөтәһе 473 музей эшләүе билдәле). Музейға килгән һәр кеше, Интернетҡа сығыу мөмкинлеге булған смартфон аша махсус qr-кодтарҙы сканерлап, экспонаттың күҙгә күренеп торған өлөшөн генә түгел, ә нөктәләр менән билдәләнгән урындары аша уның хаҡында өҫтәмә мәғлүмәт тә ала ала.
Ҡала музейында бындай qr-кодтар икенсе ҡатта урынлашҡан һәм Башҡортостан Республикаһында йәшәгән төрлө халыҡтарҙың экспонаттары тураһында һөйләй. Был әйберҙәр «Этнографик мозаика» тигән дөйөм тематик күргәҙмәгә берләштерелгән.
Музейға билет һатып алып ингәндә, «Артефакт» платформаһының мөмкинлектәре менән бушлай файҙаланырға мөмкин.
Сығанаҡ: vk.com/historykraeved_slv
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан