Милли проекттар
10 Октября 2022, 04:15

Йылмай!

 “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылған Ҡариҙел ауылының Үҙәк район моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ирекмәндәр менән берлектә “Кешеләргә йылмайыу бүләк ит” акцияһын үткәрҙе

Йылмай!Йылмай!
Йылмай!

Халыҡ-ара календарь биттәрендә ошондай байрам бар – Бөтә донъя йылмайыу көнө, ул октябрҙең тәүге йомаһында үткәрелә. Был көн ябай йылмайыуҙан донъя яҡтыраҡ, тормош матурыраҡ, ә күңелгә күңеллерәк икәнлеге тураһында иҫкәртә. Ул йылмайыу, ҡосаҡлау, яҡшы кәйеф һәм яҡшылыҡҡа ышаныу көнө!

Көндөң ямғырлы булыуына ҡарамаҫтан, шәмбе көндө Ҡариҙел районының моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ирекмәндәр менән берлектә “Кешеләргә йылмайыу бүләк ит” акцияһын үткәрҙе.

Акция барышында йәштәр ҡариҙелдәргә йылмайыу бүләк итте, изге теләктәр яҙылған смайликтар һәм кәнфиттәр таратты. Йылмайыуҙың мөғжизә булыуын иҫкә төшөрҙө. Һеҙ ҙә байрамға ҡушыла алаһығыҙ, сөнки был бик ябай – йылмаяһығыҙ һәм таныш булмаған кешеләргә лә йылмайыу бүләк итегеҙ. Йышыраҡ йылмайығыҙ, һәм тирә-яғығыҙҙағы донъя күпкә ыңғайраҡ һәм бәхетлерәк булыр!

“Мин – ирекмән, беҙ китапхана эшмәкәрлегендә, сараларҙа йыш ҡатнашабыҙ, уларҙы уҙғарыуҙа ярҙам күрһәтәбеҙ. Бөгөн миңә акцияла ҡатнашыу бик оҡшаны, сөнки ыңғай тәьҫораттар, күтәренке кәйеф һәм йылмайыу алдым”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты 2-се Ҡариҙел урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Юлиә Хәтмуллина.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/327870

Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас