Милли проекттар
12 Октябрь 2022, 11:15

Ауыл мәктәптәрендә заманса шарттар булдырыла

Кушнаренко районының Иҫке Ҡормаш һәм Иҫке Ҡамышлы ауылдарында “Үҫеш нөктәһе” асылды. 

Ауыл мәктәптәрендә заманса шарттар булдырылаАуыл мәктәптәрендә заманса шарттар булдырыла
Ауыл мәктәптәрендә заманса шарттар булдырыла

“Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование)  “Хәҙерге заман мәктәбе” төбәк проектына ярашлы тәбиғи-фәнни һәм технология йүнәлешендә үҫеш нөктәләре асылды.

 “Үҫеш нөктәһе” – 2019 йылда Мәғариф министрлығы тарафынан булдырылған уникаль проект. Ауыл ерендәге һәм 60 меңгә тиклем кешеһе булған бәләкәй ҡалаларҙағы уҡыу йорттары нигеҙендә тәбиғи-фәнни, техник, гуманитар һәм һанлы профиль йүнәлешендә белем биреү үҙәктәре булдырыла. Проекттың төп маҡсаты – ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, барлыҡ уҡыусыларға сифатлы белем алыуға тигеҙ мөмкинлек биреү.

 Үҙәктә күп функциялы ҡулайлама, ноутбуктар һәм химия, физика, биология кабинеттары өсөн һанлы ҡоролмалар, робот техникаһы буйынса комплекттар урынлаштырылған.

 “Иҫке Ҡормаш һәм Иҫке Ҡамышлы ауылдары мәктәптәрендәге “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәренең эше мәктәп уҡыусыларына заманса сифатлы белем биреү өсөн мөмкинлекте киңәйтер, балаларҙа технологик оҫталыҡты формалаштырырға ярҙам итер тип ышанам”, - тине Кушнаренко район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Рәмилә Ибәкова.

“Үҫеш нөктәләре”н  булдырыу ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас