Милли проекттар
13 Октябрь 2022, 09:15

Хаталар өҫтөндә эшләйҙәр

Был эш “Арауыҡ мәғлүмәттәренең милли системаһы” дәүләт программаһына ярашлы алып барыла.

Хаталар өҫтөндә эшләйҙәрХаталар өҫтөндә эшләйҙәр
Хаталар өҫтөндә эшләйҙәр

Башҡортостанда Күсемһеҙ милек берҙәм дәүләт реестрын көнүҙәк мәғлүмәттәр менән тулыландырыу маҡсатында “Росреестр” белгестәре күсемһеҙ милек тураһындағы 5017 хатаны төҙәткән. Йыл аҙағына тиклем республикала ошондай 10 меңдән ашыу хатаны төҙәтеү планлаштырыла. Тотол ил буйынса был һан өс йылда 1,2 миллион тәшкил иткән. Хаталар өҫтөндәге эш “Арауыҡ мәғлүмәттәренең милли системаһы” дәүләт программаһына ярашлы алып барыла.

“Хата һалымды дөрөҫ иҫәпләмәүгә йәки күсемһеҙ милек менән эш иткәндә проблемаларға юлыҡтырырға мөмкин. Милексе йыш ҡына хатаны төҙәтеү өсөн үҙ иҫәбенә кадастр эшен атҡарырға, төҙәтеп булмағанда судҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Хәҙер, дәүләт программаһына ярашлы, милекселәргә был проблеманы хәл итеү өсөн сығым талап итмәй. Күсемһеҙ милек объекты хужаһы үҙе лә Берҙәм күсемһеҙ милек реестрындағы мәғлүмәттәрҙәге хаталарҙы төҙәтеү өсөн мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн “Росреестр”ға дөрөҫ мәғлүмәттәр яҙылған документ (межалау тураһындағы белешмә, техник план, тикшереү акты) күрһәтергә кәрәк”, - тип белдерҙе “Росррестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Марат Мирйәнов.

Белгестең әйтеүенсә, Берҙәм күсемһеҙ милек реестрындағы хатаны төҙәтеү өсөн ғариза менән документтарҙы күп функциялы үҙәк офистары йәки “Росреестр”ҙың сайты аша тапшырырға була.

“Күсемһеҙ милек тураһындағы тулы һәм аныҡ реестр ер ресурстары менән һөҙөмтәле файҙаланыу, хеҙмәттәрҙе, шул иҫәптән электрон төрҙә лә опеаратив күрһәтеү, граждандар, эшҡыуарҙар һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре өсөн уңайлы хеҙмәттәр эшләү мөмкинлеген бирә”, - тип белдерҙе “Росреестр”ҙың Башҡортостандағы идаралығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советы рәйесе Денис Мусин.

Күсемһеҙ милек берҙәм дәүләт реестрын көнүҙәк мәғлүмәттәр менән тулыландырыу Рәсәй Президенты Владимир Путинлың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын да тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: sreda24.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас