Милли проекттар
14 Октябрь 2022, 04:30

95 мең кешене хеҙмәтләндерәсәк

 Бер пациентты  тикшереүгә  биш-ун минут та етә...

95 мең кешене хеҙмәтләндерәсәк95 мең кешене хеҙмәтләндерәсәк
95 мең кешене хеҙмәтләндерәсәк

21-се ҡала клиник дауаханаһына, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре  менән көрәш” проектына ярашлы,  яңы ҡиммәтле медицина ҡорамалы алынды. SOMATOM go компьютер томографияһы системаһы Төбәк ҡан тамырҙары  үҙәгенең нур диагностикаһы бүлексәһенә урынлаштырылды. Заманса ҡорамал өр-яңы программалар менән йыһазландырылған һәм йөрәк-ҡан системаһы сирҙәренә тәүлек әйләнәһенә  диагностика үткәрергә булыша. Шулай уҡ нейро-ҡан системаһына диагностика үткәреүҙә ҡулланыласаҡ, ул ишемия зонаһы булыуын билдәләү мөмкинлегенә эйә. Яңы аппараттың ҡеүәте тәүлегенә 130 кешене тикшерергә ярҙам итә. Бер пациентты  тикшереү ваҡыты – биш-ун минут.

–Яңы ҡорамалда тикшереүҙе 21-се ҡала клиник дауаханаһына теркәлгән пациенттар һәм стационарҙа дауаланған ауырыуҙар үтә ала, йәмғеһе 95 мең кеше, – тине дауахананың баш табибы Ринат Нагаев.

Төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенең диагностика һәм дауалауҙың рентгенохирургия ысулдары бүлексәһе лә яңы ангиографик рентгеноскопия системаһы  менән йыһазландырылды. “Уны бөтә ҡан тамырҙары өлкәһендә төрлө дауалау һәм диагностика әмәлдәре өсөн файҙаланырға мөмкин”, ти баш табип.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас