

Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә быйыл ремонтланырға тейешле 17 участканың 15-ндә эш тамамланған да инде.
Быйыл ремонланыу планлаштырылған юлдар 12,5 километр тәшкил итә. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, подрядсылар һайлағанда 9,5 миллион һумды экономиялауға өлгәшелгән, ошо һаҡсыллыҡ өҫтәмә эш башҡарыу мөмкинлеге тыуҙырған һәм ремонтланырға тейешле участкалар ҙа артҡан.
Бөгөн подрядсы, Көньяҡ һәм Комсомол урамдарындағы юлды ҡырҡып, асфальттың тәүге ҡатын түшәй башланы ла инде. Шулай уҡ милли проект сиктәрендә светофорҙар ҙа урынлаштырыла.
Билдәле булыуынса, "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ул тотош юлдарҙа именлек, уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
Фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы сайтынан.