

2022 йылдың ун айы йомғаҡтары буйынса “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн бүленгән аҡсаны кассала үҙләштереү 90 проценттан ашыу, йәғни 248,5 миллиард һум тәшкил иткән. Был хаҡта Федераль юл агентлығының Төбәктәр үҫеше һәм милли проектты тормошҡа ашырыу идаралығы етәксеһе Радик Фәразетдинов Мәскәүҙә үткән Федераль юл агентлығы коллегияһы ултырышында хәбәр итте.
– Әлеге ваҡытта производство юл эштәрен башҡарыу осоро. Төп күләм өсөнсө квартал аҙағында дүртенсе квартал башында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Бөгөнгө көнгә, касса үтәлеше тураһында һүҙ йөрөткәндә, Башҡортостан Республикаһында милли проектты тормошҡа ашырыуға бүленгән аҡсаның 78 проценттан ашыуы үҙләштерелгән, – тип билдәләне БР транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков.
2022 йылда Башҡортостан Республикаһында милли проект сиктәрендә бөтәһе 200 километрҙан ашыу төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдары һәм 455 погон метр оҙонлоҡтағы туғыҙ күпер норматив хәлгә килтерелә.
Быйыл юл төҙөлөшө буйынса сараларға федераль бюджеттан Башҡортостан бюджетына бүлеү ҡаралған аҡсаның дөйөм күләме 6,2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Шуның 3,6 миллиард һумдан ашыуы – “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн.
– Рәсәй субъекттарында финанс дисциплинаһы ыңғай динамика менән үҫешә, тип әйтергә мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан, төбәктәрҙә эштәрҙе ҡабул итеү системаһын яңынан ҡороу мөһим, был үҙләштерелмәгән касса аҡсаһы ҡалмаһын өсөн кәрәк, – тине Радик Фәразетдинов.
2019-2021 йылдарҙа Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге дөйөм файҙаланыуҙағы 1 151 километр автомобиль юлы норматив хәлгә килтерелде. Өс йыл эсендә милли проектҡа бөтәһе 19,5 миллиард һум, шул иҫәптән федераль ҡаҙнанан 7 миллиард һум бүленгән.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/329587
Фото: БР транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.