

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөләге Йөрәк-ҡан тамырҙары үҙәгенә ҡиммәтле медицина ҡорамалы килтергәндәр. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) сиктәрендә һатып алынған.
Был SOMATON компьютер томографияһы системаһын үҙәктең нур диагностикаһы бүлексәһенә урынлаштырғандар. “Заманса компьютер томографияһы иң яңы программалар менән тәьмин ителгән, ул йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен диагностикаларға ла ярҙам итә”, – тиҙәр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Бынан тыш, ошо уҡ үҙәктә Optima IGS 330 рентгеносокопия системаһы ла ҡуйылған. Уның ярҙамында табиптар эндоваскуляр диагностика үткәрә ала. Был үҙәккә хеҙмәтләндереү өсөн беркетелгән сирлеләр һаны бер миллионға яҡын тәшкил итә.
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты кешеләрҙе сәләмәтләндереү, халыҡ һанын арттырыу маҡсатындағы комплекслы эштәр тупланмаһынан тора. Ул үҙәктән йыраҡта, төпкөлдәрҙә йәшәгәндәр өсөн дә уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан