

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикалағы эшҡыуарҙарҙан быйылғы тәүге һигеҙ айҙа 10,3 миллиард һум һалым килгән, уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 23,3 процентҡа күберәк.
Бында шәхси эшҡыуар булып теркәлгән граждандарҙан килгән һалым ғына күрһәтелде. Әлеге көндә республикала 124,6 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты бар. Йылдың тәүге һигеҙ айында уларҙың һаны 6,1 процентҡа артҡан һәм шәхси эшҡыуарҙар менән үҙмәшғүлдәр бөтәһе 544,4 кеше тәшкил итә.
Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина хәбәр итеүенсә, быйыл эшҡыуарлыҡҡа 959,1 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Шул иҫәптән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка предпринимательской инициатиы”) тормошҡа ашырыу өсөн йүнәлтелгән сумма 644,5 миллион һум тәшкил иткән.
Фото: Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы сайты.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан