Милли проекттар
15 Октябрь 2022, 07:00

Педиатрия ярҙамға килә

Быйыл педиатрия буйынса лицензия алған бөтә медицина ойошмалары тәүге медик-санитария ярҙамын күрһәтә.

Педиатрия ярҙамға киләПедиатрия ярҙамға килә
Педиатрия ярҙамға килә

2022 йылдың беренсе яртыһында республикала педиатрия профиле буйынса 17 лицензия рәсмиләштерелде.

"Республиканың Берҙәм лицензиялар реестрында бөтәһе 459 медицина ойошмаһы теркәлгән. Уларҙың 164-е - дәүләт, етеһе – федераль, 18-е шәхси милек формаһына, 101-е башҡа медицина ойошмаларына ҡарай", – ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Уның әйтеүенсә, педиатрия бала организмының анатомияһын, физиологияһын өйрәнә, балалар сирҙәре һәм төрлө йәштәге балаларҙы һауыҡтырыу менән шөғөлләнә.

Быйыл педиатрия буйынса лицензия алған бөтә медицина ойошмалары тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтә. Министрлыҡтың лицензия бүлеге медицина ойошмаларына лицензия алыуҙа төрлө яҡтан булыша. Был маҡсатта “ҡыҙыу линия” ойошторолған, телефон аша консультация һәм методик ярҙам алырға мөмкин. Хәҙерге ваҡытта медицина эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға тәүге тапҡыр лицензияны рәсмиләштереү ваҡыты 15 көнгә тиклем ҡыҫҡартылды. Ә яңынан рәсмиләштереү өсөн ун көн ваҡыт кәрәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы, тармаҡ алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас