Милли проекттар
15 Октябрь 2022, 05:30

Сүп эшкәртеү заводтары артасаҡ

Рәсәй Хөкүмәте күптән түгел ошо турала ҡарар ҡабул итте.

Сүп эшкәртеү заводтары артасаҡСүп эшкәртеү заводтары артасаҡ
Сүп эшкәртеү заводтары артасаҡ

2023 йылдан алып ҡаҙнаға килгән аҡсаның бер өлөшөн Рәсәй төбәктәре сүп эшкәртеү предприятиелары төҙөүгә йүнәлтергә тейеш, ил Хөкүмәте күптән түгел ошо турала ҡарар ҡабул итте.

Дәүләт ярҙамын алыу өсөн Башҡортостан инвестор менән концессия килешеүе төҙөргә тейеш. Был осраҡта дәүләт яғынан финанслашыу өлөшө төҙөлөш хаҡының 95 процентына етеүе мөмкин. Билдәле булыуынса, әлеге өлкәгә инвесторҙар йәлеп итеүе еңел түгел, шуға күрә ошо рәсми ҡарар төбәктәрҙә сүп эшкәртеү заводтары булдырыуҙы тиҙләтер тип күҙаллайҙар. Был эш “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) бер өлөшө булған “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проекты сиктәрендә башҡарыла.

Ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағын реформалау Рәсәйҙә 2019 йылдың 1 ғинуарынан башланды. Ул рөхсәтһеҙ сүп ташлау урындары проблемаһын хәл итеүҙе һәм полигондарға сығарылған ҡалдыҡ күләмен кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Фото: Башҡортостан Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы сайты.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас