Милли проекттар
17 Октябрь 2022, 06:15

Кем күберәк ағас ултырта?

Әбйәлил районында “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы старт алды

Кем күберәк ағас ултырта?Кем күберәк ағас ултырта?
Кем күберәк ағас ултырта?

“Урманды һаҡлайыҡ” бөтә Рәсәй акцияһы Әбйәлил районы урмансыларын изге идея менән берләштерҙе. Акция урман хужалығы хеҙмәткәрҙәрен генә түгел, ә уларҙың йәш коллегаларын да – йылдан-йыл үҙ сафына битараф булмаған балаларҙы йәлеп итеүсе “Йәшел урман” мәктәп урман хужалығынан йәлеп итә.

Тәүҙә оҫталар ентекле инструктаж үткәрҙе һәм Колесов ҡылысы менән нисек эшләргә кәрәклеген күрһәтте.

– Үҫентенең тамыр системаһы тығыҙ итеп ҡыҫылһын һәм һауа ҡыуышлыҡтары ҡалмаһын өсөн ныҡ тикшерегеҙ. Үҫентене ерҙән еңел генә сығарыла икән, тимәк уны насар ултыртҡандар, – тип аңлатты Әбйәлил урман хужалығы директоры Зариф Абдуллин.

Көҙгө ҡояшлы көндә бергәләп дүрт мең ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Эштән һуң балаларҙы өҫтәл артына саҡырҙылар, тәмле бутҡа һәм ҡайнар сәй менән һыйланылар.

– Беҙ бындай акцияларҙа ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ, хатта бер миҙгел эсендә кем күберәк ултыртҡан тип ярыша башланыҡ, – тип көлә балалар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, урмандарҙы тергеҙеү майҙандары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы буйынса тормошҡа ашырылған “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә арттырыла. Проект 2024 йылға ҡарата урмандарҙың юҡҡа сығыуы менән тергеҙелеүен 100 процент нисбәтендә тәьмин итеү мөмкинлеге бирә.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/330738

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас