

Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль дәүләт статистика хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, туғыҙ айҙа республикалағы барлыҡ финанслау сығанаҡтары иҫәбенә 2,2 миллион квадрат метр майҙандағы торлаҡ бина файҙаланыуға тапшырылған. Был былтырғы ғинуар – сентябрь кимәле менән сағыштырғанда 7,2 процентҡа күберәк.
Торлаҡ йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында – икенсе, Рәсәй субъекттары араһында етенсе урынды биләй. Тимәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстары ла тормошҡа аша, тигән һүҙ.
- Былтыр Башҡортостанда рекордлы күрһәткес теркәлде: 2,9 миллиондан ашыу квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды. Маҡсатыбыҙ – торлаҡ йорттарҙы файҙаланыу буйынса күләмде арттырыу һәм буласаҡ төҙөлөш өсөн инфраструктураны әҙерләү, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин. – 2030 йылға Башҡортостан дүрт миллиондан кәм булмаған квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырырға уйлай. Параллель рәүештә халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында инженер селтәрҙәрен, социаль объекттарҙы төҙөү буйынса эш алып барабыҙ.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн төҙөлөш тармағында 10 374 ойошма эшләй.
Фото: nspshop.pro