

Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 22 октябргә тиклем VIII – XI класс уҡыусылары һәм колледж студенттары өсөн “Тәғәйенләнешеңде асыҡла!” Бөтә Рәсәй һөнәри йүнәлеш биреү аҙналығы үткәрелә.
Һөнәри йүнәлеш аҙналығы онлайн-марафон тәртибендә уҙғарыла. Унда ҡатнашыусыларға интерактив эштәрҙе башҡарыу, һәләттәрҙе асыҡлау, шулай уҡ тематик материалдарҙы өйрәнеү йомғаҡтары буйынса киләсәктә һөнәр һайлау буйынса кәңәштәр бирелә.
– Сара өсөн Synergy Start һанлы платформаһы эшләнгән. Унда уҡыусылар онлайн-диагностика үтеп, тематик материалдарҙы өйрәнеп, үҙенә ҡулай һөнәр һайлау мөмкинлегенә эйә, – тине дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов.
Аҙналыҡты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған "Һанлы иҡтисад" милли проектына (национальный проект "Цифровая экономика") ярашлы, "Синергия" университеты Дәүләт Думаһының Йәштәр сәйәсәте комитеты, шулай уҡ “Сколково” халыҡ-ара инновация үҙәгенең Халыҡ-ара гимназияһы ярҙамында үткәрә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info/press_releases/332048
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/332048