Милли проекттар
19 Октябрь 2022, 06:30

Һанлы технологиялар, мобиль ҡушымта һәм программалар илендә

Стәрлетамаҡ ҡалаһынаң 20-се мәктәбендә “IT-Куб” һанлы мәғариф үҙәге асылды.

Һанлы технологиялар, мобиль ҡушымта һәм программалар илендәҺанлы технологиялар, мобиль ҡушымта һәм программалар илендә
Һанлы технологиялар, мобиль ҡушымта һәм программалар илендә

Хәҙер кеҫә телефонында ниндәй генә ҡушымта, программа, мәғлүмәт юҡ, унда банк та, дәүләт хеҙмәттәре лә, йәнең теләгәнсә социаль селтәрҙәр, мессенджерҙар бар. Был бит әле көндәлек тормошта ҡулланылған ҡушымталар, программалар ғына, ә һанай китһәң, медицина, хәрби оборона, сәнәғәт, медиаиндустрия өлкәһендә махсуслаштырылған тармаҡтар буйынса бихисап улар. Уларҙың да көн һайын тейерлек яңы версиялары барлыҡҡа килеп тора, функциялары арта, дизайны матурлана. Ә был программа артында кемдәр тора һуң, әлбиттә, IT-белгестәр, программа яҙыусылар.

Санкциялар индерелеү менән илебеҙҙә IT-белгестәргә ҡытлыҡ булыуы һиҙелде, сөнки күпселек ҡушымталар һәм һанлы технологиялар сит илдәрҙә булдырылған, уйлап табылған. Ә уйлап ҡарағанда, был технологияларҙы үҙебеҙҙә лә етештерергә була, бының өсөн сеймал да, ҙур ҡорамалдар ҙа талап ителмәй, иң мөһиме - компьютер һәм ваҡыт. Программа яҙыу телдәрен белгән ижади ҡарашлы белгестәр генә кәрәк, ә уларҙы һәр ваҡыт үҫтереп алырға була, был мәсьәлә мәктәп эскәмйәһенән үтәлә башлаһа, бигерәк тә яҡшы.

Тап шундай фекерҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһынаң 20-се мәктәбе коллективы. Күптән түгел бында “IT-Куб” һанлы мәғариф үҙәге асылды. Әйткәндәй, бындай үҙәк булдырыу Стәрлетамаҡта тәүге тапҡыр түгел, былтыр 1-се лицейҙа ла ошондай уҡ йүнәлеш буйынса балалар шөғөлләнә башланы. Яңы үҙәкте асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Айбулат Хажин һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов ҡатнашты.

Етәкселәр был үҙәккә ҙур өмөттәр бағлай, улар йыһазландырылған бүлмәләрҙе ҡарап сығып, педагогтар һәм уҡыусылар менән аралашты. Ғөмүмән, бында 200-ләп уҡыусыға һөнәр үҙләштерер  өсөн урын бар. “IT-Куб”  һанлы технологиялар үҙәге “Мәғариф” милли проектының “Һанлы белем биреү мөхите” федераль проекты ярҙамында бойомға ашырылды.

Һанлы технологиялар егеттәр эше кеүек, шулай ҙа был мәктәптә ҡыҙҙар әүҙемерәк булып сыҡты. Уҡытыусылар бындай ҡыҙыҡһыныуҙы 3D моделдәр булдырыу, һүрәт төшөрөү менән аңлата, бындай шөғөл күберәк ҡыҙҙарға оҡшай икән. Ә бына робот төҙөүҙә, интернет технологияларҙы өйрәнеүҙә ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа бер сама.

Үҙәк үҙенең сағыу йыһаздары, 3D принтерҙар һәм VR күҙлектәр ярҙамында виртуаль донъяға инеп китеү мөмкинлеге менән ҡыҙыҡлы. Шулай ҙа һанлы технологиялар уйын түгел, программалар яҙыуҙа ҡулланылған телдәр (Java һәм Python), яңы программаларҙы өйрәнеү, киберхәүефһеҙлек төшөнсәләренә төшөнөү өсөн ҡыҙыҡһыныу һәм ныҡышмалыҡ талап итә. Шулай уҡ “IT-Куб” уҡыусыларға конкурстарға, олимпиадаларға әҙерләнергә үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.

– Уҡыу йорто һанлы компетенцияларҙы уҡыусылар араһында ғына түгел, өлкәндәр араһында ла үҫтереүгә көйләнгән. Балаларға программалау телдәрен уңышлы өйрәнергә теләйем, тап ошо һәләт аша һанлы технологиялар грамоталылығы үҫә. Барығыҙ ҙа программалар төҙөүсе булырһығыҙ тип уйлайым. Хәҙерге заманда бындай белгестәр хеҙмәт баҙарында ҙур һорау менән файҙалана, ҙур компаниялар был йүнәлешле белгестәргә үҙҙәре һунар итә. Уҡытыусыларығыҙ, остаздарығыҙ менән юғары уңыштарға өлгәшерһегеҙ тип уйлайым, – тине Айбулат Вәкил улы, мәктәпте ҡарап сыҡҡас.

 Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов иһә, был йүнәлештә маҡсатлы рәүештә шөғөлләнгәндә, балаларҙа системалы рәүештә һанлы технологиялар грамоталылығын өйрәтергә була, тип белдерҙе. Ҡала етәксеһе иһә педагогик коллективҡа ҙур маҡсаттар ҡуйып, мәктәптең илгә сифатлы белгестәр әҙерләүенә ҙур өмөт һалыныуы тураһында еткерҙе.

Эльдар ФӘТТӘХОВ.

Автор фотоһы.

Һанлы технологиялар, мобиль ҡушымта һәм программалар илендә
Һанлы технологиялар, мобиль ҡушымта һәм программалар илендә
Һанлы технологиялар, мобиль ҡушымта һәм программалар илендә
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас