Милли проекттар
20 Октября 2022, 07:55

Борай йүнселе ғаилә бизнесын үҫтерә

“БорайАвтоГаз” автосервисы уңышлы эшләй

Борай йүнселе ғаилә бизнесын үҫтерәБорай йүнселе ғаилә бизнесын үҫтерә
Борай йүнселе ғаилә бизнесын үҫтерә

Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2005 йылда Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе автомобиль юлында тәүге газ менән заправкалау станцияһы асылғайны. Был яңы йүнәлештең һөҙөмтәлелеге шул осорҙа уҡ асыҡлана. 2014 йылда урындағы йүнсел Риф Хаматовтың улы Рәмис юл буйы сервисы өлкәһендәге ғаилә бизнесын дауам итеү һәм үҫтереү өсөн Яр Саллынан Борайға күсеп ҡайта. Ул заправка эргәһендә газ баллоны ҡорамалдарын ҡуйыу һәм хеҙмәтләндереү буйынса “БорайАвтоГаз” автосервисын аса.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, йүнселдәргә консультация ярҙамы күрһәтелә. Әле Хаматовтарҙың клиенттары йылдан-йыл арта бара, сөнки газ экологик яҡтан бензинға ҡарағанда таҙараҡ һәм арзаныраҡ. Улар Борайҙа ғына түгел, күрше райондарҙа һәм төбәктәрҙә автомобилселәргә сифатлы хеҙмәт күрһәтә. Быйыл юл буйы сервисын үҫтереүгә тос өлөш индергән өсөн Рәмис Риф улына Башҡортостан Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының рәхмәте белдерелгән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/333928

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/333928

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас