Милли проекттар
20 Октябрь 2022, 05:30

Халыҡ сабырлыҡ менән көтә...

Әлеге ваҡытта ул Өфөлә төҙөлөүсе иң ҙур медицина объекты иҫәпләнә.

Халыҡ сабырлыҡ менән көтә...Халыҡ сабырлыҡ менән көтә...
Халыҡ сабырлыҡ менән көтә...

Өфө районының Затон биҫтәһендә оҙаҡламай ишектәрен асасаҡ 9-сы ҡала дауаханаһының сафҡа индерелеүен олоһо ла, кесеһе лә түҙемһеҙлек менән көтә. Социаль объекттың әҙерлеге 98 процент тәшкил итә.

Әлеге ваҡытта биҙәү һәм инженер эштәре тамамланыу алдында. Оҙаҡламай бинаға йылы биреләсәк. Аҙаҡ кабинеттарҙы ҡорамалдар менән йыһазландырыу башланасаҡ.

Поликлиниканы төҙөү менән бергә биләмәһе лә төҙөкләндерелә. Тротуарҙар һалына. Пациенттар өсөн - 20 урынлыҡ, аҙ хәрәкәтләнеүселәр өсөн һигеҙ урынлыҡ  туҡталҡа булдырылған. Поликлиника бинаһы биш, алты һәм ете ҡатлы блоктарҙан тора. Ул сменаһына 900 кешене ҡабул итә ала.  Әлеге ваҡытта Өфөлә төҙөлөүсе иң ҙур медицина объекты иҫәпләнә.

– Биләмә тиҙ үҫешә, яңы йорттар арта. Әлеге көндә халыҡты хеҙмәтләндергән поликлиника ҙур көсөргәнеш менән эшләй. Яңы поликлиниканың асылыуын барыбыҙ ҙа түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, – ти ҡала дауаханаһының баш табибы Марсель Зарипов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты (национальный проект "Здравоохранение") буйынса һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас