Милли проекттар
21 Октябрь 2022, 05:30

Иҙиәтовтарҙың шатлығы ҙур!

Баймаҡ районында 2007 йылдан башлап 267 йәш ғаилә дәүләт ярҙамы алған

Иҙиәтовтарҙың шатлығы ҙур!Иҙиәтовтарҙың шатлығы ҙур!
Иҙиәтовтарҙың шатлығы ҙур!

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, Зәлиә һәм Фәрит Иҙиәтовтарға торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға таныҡлыҡ тапшырылған. Бәхетле ғаиләнең шатлығын уртаҡлашып, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә бик матур яҙма ҡалдырған.

"Фәрит һәм Зәлиә Иҙиәтовтар ғаиләһе өсөн күптән көтөлгән шатлыҡлы ваҡиға - торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға таныҡлыҡ тапшырылды. Таныҡлыҡ торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләүҙәр алырға мөмкинлек бирә.
2007 йылдан башлап 267 йәш ғаилә был программа буйынса ярҙам алды.
Фәрит менән Зәлиә - һеҙҙең йортоғоҙҙа һәр ваҡыт мөхәббәт һәм бәхет хөкөм һөрһөн! Йортоғоҙҙан йылылыҡ, балалар тауышы тынмаһын! Барлыҡ хыялдарығыҙ һәм киләсәккә ҡорған пландарығыҙ тормошҡа ашыуын теләйем", - тигән ул.

Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас