Милли проекттар
21 Октябрь 2022, 08:45

Яңы йорт ҡотло булһын!

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә Нуриман районында фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһы үтте

Яңы йорт ҡотло булһын!Яңы йорт ҡотло булһын!
Яңы йорт ҡотло булһын!

2022 йылдың 19 октябрендә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә Нуриман районы хакимиәтендә фатир асҡыстарын тапшырыу тантанаһы үтте. Төҙөкләндерелгән бинанан асҡыстарҙы район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов тапшырҙы.

Торлаҡлы булыу бәхетенә Красная Горка ауылында йәшәүсе ҡатын эйә булды. Ул етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар категорияһына ҡарай.

Бәхеткә күрә, бөгөн уның яҙмышы уңышлы, ул Мәскәү ҡалаһында уҡый, тормошон төҙөй һәм оҙаҡламай фатирында ремонт башларға ниәтләй.

– Районда торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән төрлө социаль программалар ғәмәлгә ашырыла. Һәм бөгөн беҙҙең алда был категория граждандарына ярҙам итеү бурысы тора. Торлаҡтың бөтә талаптарға яуап биреүе, йәшәү өсөн уңайлы булыуы беҙҙең өсөн бик мөһим. Мин ошондай мөһим ваҡиға – яңы бинаға күсеү менән ҡотлайым! Уйланылғандың барыһы ла тормошҡа ашыуын теләйем. Барығыҙҙа ла уңыштар, – тине район хакимиәте башлығы Вилдан Венер улы.

Әйтергә кәрәк, ағымдағы йыл башынан алып Нуриман районында туғыҙ етем бала торлаҡ менән тәьмин ителгән. 2022 йылдың аҙағына тиклем махсус ҡуртым килешеүе буйынса тағы өс торлаҡ биреү күҙаллана.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Нуриман районы хакмиәте.

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас