Милли проекттар
22 Октябрь 2022, 06:00

Афарин, Айбулат!

13-сө тапҡыр үткәрелгән был мәҙәни сара сәхнәлә 72 йәш һәләтле бейеүсене тупланы.

Афарин, Айбулат!Афарин, Айбулат!
Афарин, Айбулат!

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Айбулат Баһауетдинов Мәхмүд Эсамбаев исемендәге XIII яңғыҙ бейеү халыҡ-ара фестиваль-конкурсында призлы урын яуланы.

Данлы бейеү ансамбленең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конкурс “Бөтә донъя чечен халҡы конгресы” төбәк ижтимағи ойошмаһы тарафынан Чечня Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы патронаты аҫтында һәм Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының финанс ярҙамы булышлығында үткәрелә. Һөҙөмтәлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указы ярҙамында барлыҡҡа килгән “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) бурыстары тормошҡа ашырыла.

13-сө тапҡыр үткәрелгән был мәҙәни сара бер сәхнәгә 72 йәш һәләтле бейеүсене тупланы. Улар араһында Рәсәйҙән, Әрмәнстандан, Азербайжандан һәм Ҡаҙағстандан дәүләт бейеү ансамблдәре, фольклор ансамблдәре вәкилдәре ҡатнашты.

Яҡташыбыҙ Айбулат Баһауетдинов иһә жюри бүләгенә лайыҡ булды, тағы уға ҡатнашыусы дипломы тапшырылды.

Фото: Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Афарин, Айбулат!
Афарин, Айбулат!
Афарин, Айбулат!
Афарин, Айбулат!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас