Милли проекттар
22 Октябрь 2022, 04:30

Былтырғы күрһәткестәрҙе уҙырбыҙмы?

Йыл аҙағына Башҡортостандағы 110,9 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыр, тип көтөлә.

Былтырғы күрһәткестәрҙе уҙырбыҙмы?Былтырғы күрһәткестәрҙе уҙырбыҙмы?
Былтырғы күрһәткестәрҙе уҙырбыҙмы?

Статистар быйыл ғинуар – сентябрь айҙарында Башҡортостандағы күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡтың метр хаҡы һәм башҡалар тураһында хәбәр итте.

Төбәктәге күп фатирлы йорттарҙағы бер квадрат метр төҙөү уртаса 59 мең 815 һумға барып баҫҡан. Шул уҡ ваҡытта ауыл ерендәге бер “квадрат” – 36 мең 993, ә ҡалала 60 мең 601 һум тәшкил иткән.

Быйыл туғыҙ айҙа Башҡортостанда төҙөлөш алып барған ойошмалар һәм айырым кешеләр финанслауҙың барлыҡ сығанаҡтары иҫәбенә 2,184 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырған. Был былтырғы сентябрь – октябрь айҙары менән сағыштырғанда 7,2 процентҡа күберәк. Төҙөлөш алып барған ойошмалар иҫәбенә файҙаланыуға тапшырылған торлаҡтың - 33,6, шәхси төҙөүселәр иҫәбенә 68,4 проценты тура килә.

Быйыл 2,343 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырырға планлаштыралар. Ә йыл аҙағына Башҡортостандағы 110,9 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыр, тип көтөлә.

Әйткәндәй, былтыр республикала рекорд күләмдәге торлаҡ – 2,9 миллион квадрат метр файҙаланыуға тапшырылғайны. Шулай итеп, Башҡортостан былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең торлаҡ төҙөлөшө тармағының алдынғы төбәктәре иҫәбенә инде. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: building.bashkortostan.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас