Милли проекттар
22 Октябрь 2022, 06:30

Яңауыл яңырғандан-яңыра

2022 йылдың аҙағына тиклем 212 торлаҡ бинаһынан 485 кешене күсереү ҡаралған.

Яңауыл яңырғандан-яңыраЯңауыл яңырғандан-яңыра
Яңауыл яңырғандан-яңыра

Яңауыл ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Йәшәүгә яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло кәметеүҙе тәьмин итеү” федераль проектын тормошҡа ашырыу дауам итә.  

Яңауыл ҡалаһында биш күп фатирлы йорт төҙөлә. 2022 йылдың аҙағына тиклем 212 торлаҡ бинаһынан 485 кешене күсереү ҡаралған.

- Республикала йшәүселәрҙе авариялы торлаҡ фондынан күсереү әүҙем бара. Йыл аҙағына тиклем яңы фатирҙарға бер меңдән ашыу кеше күсәсәк. 2023 йылда граждандарҙы 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы тип танылған торлаҡтан ваҡытынан алда күсереүҙе планлаштырабыҙ, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Егор Родин.  

Яңауыл районында майҙаны һигеҙ мең тирәһе булған 25 авариялы күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙе күсереү ҡаралған. 

Объекттар Яңауыл ҡалаһында, Ҡарман һәм Киҫәк-Ҡайын ауыл биләмәләрендә урынлашҡан. Күсеүселәр өсөн яңы йорттар Яңауылдағы Кирбес заводы, Көньяҡ, 52-се квартал адресы буйынса төҙөлә.

Фото: kostroma.mk.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас