Милли проекттар
23 Октябрь 2022, 07:30

Башҡортостан сит илгә нимә һата?

Республикала экспорт күләме ете айҙа 28 процентҡа артҡан

Башҡортостан сит илгә нимә һата?Башҡортостан сит илгә нимә һата?
Башҡортостан сит илгә нимә һата?

Республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итеүенсә, быйыл ғинуар-июль айҙарында Башҡортостанда экспорот күләме 28 процентҡа артҡан. 

– Күп кенә контрагенттар менән тышҡы сауҙа эшмәкәрлек туҡталыуға ҡарамаҫтан, экспорт күләме буйынса ыңғай үҫеш күҙәтәбеҙ. Әгәр алты ай һөҙөмтәһе буйынса былтырғы йылға ҡарағанда үҫеш күләме 25 процент тип билдәләһәк, ете айҙа иһә 28 процентҡа артты. Беҙҙең төп уҙаҡташ илдәр менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Ул Ҡытай, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе һәм Яҡын Көнсығыш илдәре, – тип билдәләне Маргарита Болычева.

Ғөмүмән, республиканың дөйөм тауар әйләнеше күләмендә экспорттың өлөшө күп. Был күләм 85 процентҡа тиң, ә импорт  - 15 процент. Ете айҙа экспорт буйынса әүҙем тәүге ун ил – Ҡытай, Латвия, Ҡаҙағстан, Нидерландтар, Төркиә, Финляндия, Һиндостан, Беларусь, Польша, Иран. 2022 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостанда экспорт 25 процентҡа артҡан.

Түбәндәге тауарҙарҙы экспортҡа сығарыуҙа үҫеш күҙәтелгән: аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы сеймалы; химия сәнәғәте һәм каучук тауарҙары, текстиль, туҡыма әйберҙәр һәм аяҡ кейеме; яғыулыҡ-энергетика тауарҙары, ашлама әйберҙәр; күп сеймал, тире һәм уларҙан әйберҙәр.

Экспорттың үҫеше Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный  проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһе.

Фото: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы (vk.com)

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас