

Пермь ҡалаһында “Йыл экспортеры” Бөтә Рәсәй премияһының төбәк этабы финалистарын бүләкләнеләр. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (нацпроект “Международная кооперация и экспорт”) ярашлы уҙғарыла.
Унда “Уфанет” IT- компаниялары төркөмөнә ингән Башҡортостандан “ИРИДА” компанияһы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында “Хеҙмәтләндереү өлкәһендә йыл экспортеры” номинацияһында икенсе урынға лайыҡ булған.
– Беҙҙең IT- компанияларҙың ҡарарҙарын һәм хеҙмәттәрен таныу төбәктең экспорт кимәлен нығыта, республиканың абруйын арттыра, республиканы тышҡы һәм эске баҙарҙа күрһәтеп, милли һәм һанлы иҡтисадтың статусын үҫтереүгә булышлыҡ итә, – тине Башҡортостандың дәүләт идаралығы һанлы үҫеше министры Геннадий Разумикин.
Лауреат компания Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренә һәм сит илгә контенттар һәм телеканалдар, төҙөлөш һәм телекоммуникация өлкәһе өсөн ҡорамалдар һәм үҙҙәре етештергән башҡа тауарҙарҙы экспортҡа сығара.
Тауарға Рәсәйҙә лә, шулай уҡ Беларусь, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Әрмәнстан, Канада, АҠШ, Израиль кеүек башҡа илдәрҙә лә ихтыяж ҙур.
– Был наградаға беҙҙең команда һис шикһеҙ лайыҡ. Бөгөнгө ябай булмаған ваҡытта ла компаниябыҙ бар донъяла уңайлыҡтар, һәр саҡ бәйләнеш булһын өсөн төҙөлөш һәм телекоммуникация өлкәһендә тауарҙарҙы экспортҡа сығарыуҙы дауам итә, – тине “ИРИДА” йәмғиәтенең генераль директоры Ирина Шленкина.
Фото: bash.news
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан