Милли проекттар
24 Октябрь 2022, 05:15

“ПРОФЕССИОНАЛДАР” конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Ғаризалар 14 ноябргә тиклем ҡабул ителә

“ПРОФЕССИОНАЛДАР” конкурсында ҡатнашырға саҡыралар“ПРОФЕССИОНАЛДАР” конкурсында ҡатнашырға саҡыралар
“ПРОФЕССИОНАЛДАР” конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Социаль әүҙемлек” федераль проекты нигеҙендә “ПРОФЕССИОНАЛДАР” конкурсына ғаризалар ҡабул итә башланы. Был республика һөнәри оҫталыҡ конкурсы йәштәр сәйәсәтенең перспективалы эшмәкәрҙәрен асыҡлауға, уларҙың һәләтен үҫтереүгә һәм булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә. Конкурста тәүге тапҡыр тармаҡ етәкселәре һәм белгестәренән тыш, төбәк бизнес-берләшмәһе вәкилдәре, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары, хәрәкәттәре һәм берекмәләре етәкселәре, ағзалары ҡатнаша ала. Төп шарт – йәштәр сәйәсәте өлкәһендә кәмендә бер йыллыҡ эш тәжрибәһе.

– Быйыл беҙ ғәҙәти конкурстың форматын үҙгәрттек, уны бер аҙ тулыландырҙыҡ. “Эшсе”, “белгес” төшөнсәләренән киттек. Хәҙер йыл дауамында йәштәргә ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәргән, уларҙы хәл итеүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһы ла – йәш эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, йәштәр сараларын ойоштороусылар һәм операторҙар үҙен таныта ала. Төп маҡсат – тармаҡта компетентлы команда ойоштороу, йәштәр менән эшләүҙә сифат йәһәтенән яңы кимәлгә сығыу, – тине Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Ғаризаны 14 ноябргә тиклем rcsppsdm@mail.ru электрон почтаһына ебәрергә мөмкин. Йәштәр сәйәсәте эшмәкәрҙәре өсөн 11 номинация ҡаралған.

Конкурс ике этапта үткәрелә. Ситтән тороп һайлап алыу 15 ноябрҙә башлана. Тармаҡ профессионалдарын башҡарма власть органдары, ведомство ҡарамағындағы учреждениелар, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, юғары һәм урта һөнәри белем биреү ойошмалары вәкилдәре, маҡтаулы исемгә эйә булған кешеләр һәм үткән конкурстарҙа еңеүселәр баһалай. Бәйгегә йомғаҡ быйыл декабрҙә яһала.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info/press_releases/335298

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/335298

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас