Милли проекттар
25 Октябрь 2022, 07:30

Кардиология үҙәге белгестәре ҡатмарлы операция яһаны

Һүҙ үпкә артерияларының транслюминаль баллон ангиопластикаһы хаҡында бара.

Кардиология үҙәге белгестәре ҡатмарлы операция яһаныКардиология үҙәге белгестәре ҡатмарлы операция яһаны
Кардиология үҙәге белгестәре ҡатмарлы операция яһаны

Был техник йәһәттән ҡатмарлы операция киҫекмәҫтән ауыр хәлдәге пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарыу маҡсатында башҡарыла.

Республика клиник дауаханаһында йылына бер нисә тапҡыр ошоға оҡшаш операция эшләнә,  үпкә артериялары тромбоэмболияһын дауалауҙың төп ысулы булып ҡан ойоуын кәметеүгә һәм организмдың көсө менән тромбтарҙың өлөшләтә иреүенә йүнәлтелгән медикамент терапияһы тора.

Операция өҫтәленә 42 йәшлек ир эләккән. Пациентты ҡапыл тын алыу насарайыуы, хәлһеҙлек менән “Ашығыс ярҙам” бригадаһы килтергән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса үпкә артериялары тромбоэмболияһы, аяҡ ҡан тамырҙары тромбозы диагнозы ҡуйылған.

Дауахананың мультидисциплинар бригадаһы ашығыс рәүештә операция яһау тураһында ҡарар ҡабул иткән, операция ике сәғәт самаһы дауам иткән. Уның барышында рентген хирургы Азат Мөхәмәтйәнов бот тамырындағы тишек аша йөрәктең уң бүлектәре аша үпкә артерияларына ҡоралдар үткәреп, тромбалар булған участкаларҙы аныҡ билдәләгән, ҙур тромблы участкаларҙа махсус өрҙөрөү ярҙамында артериялар киңлеге арттырылған.

Пациент операция өҫтәлендә үк үҙен яҡшы тойған - тын алыуы иркенәйгән.

Үпкә артерияларының транслюминаль баллон ангиопластикаһы - ауыр хәлдәге пациенттарҙы ҡотҡарыу йәһәтенән юғары һөҙөмтәле дауалау алымы, операцияның маҡсаты – пациенттың ғүмерен ҡотҡарыу.

Әйткәндәй, РФ Президенты Владимир Путин менән “май указы” нигеҙендә тәҡдим ителгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”)  буйынса беҙҙең республикала был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Нәҡ ошо милли проект нигеҙендә Башҡортостанда медицина учреждениеларының матди-техник базаһын, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыуға йүнәлтелгән бик күп пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: rkdb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас