Милли проекттар
25 Октябрь 2022, 03:30

Сүп-сарҙы айырым йыйыуға иғтибар арта

Декабрь айына Башҡортостан ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн 11373 контейнер һатып аласаҡ.

Сүп-сарҙы айырым йыйыуға иғтибар артаСүп-сарҙы айырым йыйыуға иғтибар арта
Сүп-сарҙы айырым йыйыуға иғтибар арта

Ошо маҡсатта республикаға федераль бюджеттан 169 миллион һумлыҡ өҫтәмә субсидия йәлеп ителгән. Был хаҡта төбәк Хөкүмәте кәңәшмәһендә Башҡортостандың тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдерҙе.

Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн махсус һауыттар республикала етмәй, яңыларҙы алыу контейнерҙарға дөйөм талаптың 33 процентын ҡаплай аласаҡ. Сүп-сар реформаһының өс йылы эсендә Башҡортостанда контейнерҙар һәм майҙансыҡтар һаны өс тапҡырға артҡан.

- Реформа башланғанда халыҡты сүп сығарған өсөн түләү, контейнер майҙансыҡтарының булыу-булмауы ҡыҙыҡһындырһа, хәҙер айырым йыйыуға, ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙың ваҡытында башҡарылыуына һәм сифатына ҡағылышлы һорауҙар борсой. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар сығарыу буйынса хеҙмәт өсөн граждандарҙан уртаса түләү бер кешенән айына уртаса 95, 06 һум тәшкил итә, - тине Нияз Фазылов.

Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу эше төбәктең барлыҡ тораҡ пункттарында ла ойошторолған. 

- Сүп-сар реформаһы ауыр башланһа ла, маҡсатҡа табан талғын ғына барабыҙ, - тине Радий Хәбиров.

Нияз Фазылов билдәләүенсә,  сүпте айырым йыйыу системаһының түбән темпы икенсел ресурстарҙың түбән хаҡы һәм мотивация системаһы булмауы тураһында һөйләй. Республиканың ҡайһы бер ҡалаларында пилот проекттарының уңышлы тәжрибәһе һөҙөмтәһендә, властар халыҡты быға күсергә саҡыра.

 “Таҙа ил” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2024 йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда Баймаҡ, Благовещенск, Дәүләкән, Күмертау, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары янындағы алты рөхсәт ителмәгән сүплекте бөтөрөү күҙаллана. Сүп-сар реформаһы буйынса  эшләү һөҙөмтәһендә, төбәгебеҙ ике йылдан “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проектында билдәләнгән маҡсатлы күрһәткестәргә  өлгәшергә ниәтләй.

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Фото: Башинформ.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас