

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Пром-инжиниринг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ун хеҙмәткәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында (национальный проект “Производительность труда”) ҡатнашыу һөҙөмтәһендә һаҡсыл етештереү нигеҙҙәрен үҙләштерҙе. Сауҙа-етештереү компанияһы резина-техник әйберҙәр етештереүҙә махсуслаша.
– Һигеҙ сәғәтлек тренинг эшлекле уйын тәртибендә үтте. Унда штепсель сатаһы етештереү предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Сараның төп маҡсаты – һаҡсыл етештереү алымдарын файҙаланып эштең һөҙөмтәлелеген арттырыу, – тине республика иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.
Уйында ҡатнашыусыларға 10 минут эсендә 35 штепсель сатаһын эшләргә тәҡдим ителде. Киләсәктә был алымды улар ысын эш шарттарында ҡуллана аласаҡ. Тренинг барышында эшселәр производствола осраған ғәҙәти проблемаларҙы асыҡланы, һаҡсыл етештереү алымы ярҙамында проблемаларҙың сәбәбен табырға, уларҙы хәл итеү сараларын өйрәнде, уларға баһа бирҙе.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: economy.bashkortostan.ru/presscenter/news/491915/
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/336443