Милли проекттар
26 Октябрь 2022, 04:30

“Һәр замандың – үҙ психотерапияһы”

Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларынан һәм Сыуашстандан килгән белгестәр ҙә үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты.

“Һәр замандың  – үҙ психотерапияһы”“Һәр замандың  – үҙ психотерапияһы”
“Һәр замандың – үҙ психотерапияһы”

Өфө ҡалаһында “Үҙенсәлекле осор психотерапияһы, ә һәр замандың  – үҙ психотерапияһы” тип аталған республика фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Мөһим сара Башҡорт дәүләт медицина университеты һәм республика клиник психотерапевтик үҙәге майҙанында ойошторолдо, шулай уҡ онлайн-тапшырыу алып барылды.

Конференцияла 17 спикер, 288 оффлайн-тыңлаусы һәм 420 онлайн-тыңлаусы ҡатнашты. Психиатрия, психотерапия һәм наркология буйынса сығыштар фәһемле булды. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан ҡалаларынан һәм Сыуашстандан килгән белгестәр ҙә үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты. Өйрәнәһе, кәңәшләшәһе мәсьәләләр етерлек: психиатрия һәм психотерапия ярҙамын ойоштороу,  психик тайпылыштарҙы диагностикалау һәм дауалау үҙенсәлектәре, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә психологик ярҙам стратегияһы... Клиник хәлдәрҙе уртаға һалып тикшереү һәм оҫталыҡ дәрестәре тәжрибә уртаҡлашыуҙа һөҙөмтәле алым булды.  

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡҡа.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас