

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, төбәктәге эшҡыуарҙарҙың продукцияһын танытыу буйынса проект ғәмәлгә индерелә. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы тормошҡа ашырыла.
– Республикала уңышлы эшләгән, һәләтле йүнселдәр, урта һәм бәләкәй бизнес предприятиелары, үҙмәшғүл граждандар, шул иҫәптән яңыраҡ үҙ эшен асҡандар байтаҡ. Уларҙы яҡлау, йүнселдәрҙең бизнесты алып барыу тәжрибәһе, хеҙмәттәре һәм тауарҙары менән киң йәмәғәтселекте таныштырыу бик мөһим. Әлеге проект тап ошоно маҡсат итеп ҡуя, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Программала ҡатнашыусылар төп республика гәзиттәре битендә үҙҙәре тураһында һөйләү мөмкинлегенә эйә буласаҡ, улар өсөн роликтар әҙерләп, төбәк телеканалдары һәм радиостанциялары эфирына сығасаҡтар. Эшҡыуарҙар шулай уҡ “Bash.news” интернет-баҫмаһы ресурстарында тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/492317/